«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына 105 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл

26.02.2025

26 февраль көнө Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының беренсе һаны донъя күреүгә 105 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала баш мөхәррир Салауат Ғайса улы Кәримов үҙе, ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы Санъяров Фәнзил Бүләк улы, әҙәбиәт белгесе, ғалим Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы, филология фәндәре кандидаты, доцент Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы һәм башҡорт филологияһы факультетының беренсе курс студенттары ҡатнашты.

Ошо йылдар эсендә «Башҡортостан уҡытыусыһы» республикабыҙҙа иң популяр ваҡытлы матбуғат баҫмаларының береһенә әүерелде. Журнал төрлө йүнәлешле һәм үҙенсәлекле. Унда башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, инглиз, немец һәм француз телдәрендә мәҡәләләр баҫыла.

Беҙҙең башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары студенттары менән бергә төрлө мәҡәләләр баҫтыралар. Уҡытыусы өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле журнал ул!

Фотогалерея: «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына 105 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл · Новости · Факультет башкирской филологии · Официальный сайт БГПУ им. М.Акмуллы

Галлямова Алина, студентка 4 курса