Мастер-класс на тему: "Башкирские народные песни". А.Бахтиева
Халыҡҡа М.Ғафури исемендәге БДАДТ актрисаһы булараҡ та, моңло тауышлы йырсы булараҡ та билдәле Башҡортостандың атҡаҙанған (2004й.) һәм халыҡ артисы (2021й.) Алһыу Бәхтиева беҙҙең интернет-порталда “Башҡорт халыҡ йырҙары” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Оҙон көйҙө башҡарыуҙы мин ҡымыҙ әҙерләү менән сағыштырыр инем”, – ти яратҡан артисыбыҙ.
“Башта беҙ ҡымыҙҙы бейәнән һауып алабыҙ, аҙаҡ уны эшкәртергә ҡуябыҙ, ул яйлап әсей, һуңынан ғына тәмләп эсәбеҙ. Шуның кеүек, үҙебеҙгә оҡшаған йырҙы ла беҙ башта эҙләп табабыҙ, уны яйлап өйрәнәбеҙ, “эстән” генә йырлап йөрөп, уны “әсетәбеҙ”, аҙаҡ ҡына күңелебеҙҙән сығарып йырлайбыҙ”.
Ә һеҙ, дуҫтар, ошо фекер менән килешәһегеҙме? “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” (https://bez-bashkorttar.ru) сайтының “Мастер-классы” бүлегендә урынлашҡан оҫталыҡ дәресен ҡарағас, бәлки үҙ фекерҙәрегеҙ менән бүлешерһегеҙ?
Сара Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-мәғрифәт интернет проекты сиктәрендә үткәрелде.
Актриса БГАТД им.М.Гафури, Заслуженная (2004) и Народная (2021) артистка Республики Башкортостан Алсу Бахтиева, известная в народе и как певица с проникновенно-нежным голосом, провела на нашем интернет-портале мастер-класс по теме “Башкирские народные песни”. «Исполнение башкирских народных протяжных песен я бы сравнила с приготовлением кумыса, – говорит наша любимая артистка. – Сначала мы доим кобылиц, потом ставим кумыс «дозревать», и лишь потом с удовольствием его выпиваем. Так и с песней: сначала человек находит себе песню по душе, потом долго ее разучивает, тысячу раз пропевая про себя, и лишь потом исполняет ее прилюдно, «облегчая сердце и очищая душу».
Друзья, а вы согласны с мнением актрисы? Заходите к нам на сайт “Мы сами – башкиры” (https://bez-bashkorttar.ru), загляните в раздел «Мастер-классы», посмотрите видеозапись «Башкирские народные песни» и поделитесь с нами своим мнением.