Мастер-класс по изготовлению башкирских женских нагрудных украшений
ХХ быуаттың 20-се йылдарындағы аслыҡ заманында һәм коллективизация осоронда күп башҡорттар биҙәнеү әйберҙәрен, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдеректәрен дә (селтәр, саҡал, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү,алмиҙеү) мәжбүри рәүештә күпкә осһоҙ хаҡҡа һатҡан (билдәле, XIX быуат аҙағында бер түшелдеректең хаҡы бер ат йәки һыйырға торошло булған).
Йыш ҡына уларҙы колхоз ихтыяжына тартып та алғандар. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һаҡланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен башҡорттар Ҡыҙыл Армияға ярҙам йөҙөнән хөкүмәткә тапшырғандар, шулай итеп, һуғыш бөтөүгә улар бик һирәктәрҙә генә тороп ҡалған. ХХ быуат аҙағында – XXI быуат башында, халыҡ мәҙәниәте һәм йолаларына, шул иҫәптән уның символдарына ҡыҙыҡһыныу артыу менән, милли кейем элементы һәм этник маркер ролен үтәгән түшелдеректәргә лә иғтбар арта төштө.
Бөгөнгө көндә матур түшелдеректәр кейеп йөрөү таралған күренешкә әйләнде. Шуның менән ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт булыуҙарын, халыҡ йолаларын һәм мәҙәниәтен ихтирам итеүҙәрен күрһәтә, ә күптәр үҙҙәре традицион түшелдеректәрҙе тергеҙеү йәки стилләштерелгән әйберҙәр эшләү менән мауыға.
Дуҫтар! “Мастер-классы” бүлегендә традицион милли башҡорт кейемдәрен һәм биҙәүес әйберҙәрен тергеҙеүсе Гөлнара Шафиҡова түшелдерек эшләргә өйрәтер. Ҡыҙҙар, һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, мауыҡтырғыс буласаҡ!
В голодные двадцатые годы XX в. и в период коллективизации башкиры вынуждены были продавать ювелирные изделия, в том числе и женские нагрудники, за бесценок, а иногда их просто отбирали для нужд колхозов. В Великую Отечественную войну сохранившиеся украшения башкиры передавали в помощь Красной Армии. В послевоенное время уже мало кто имел аутентичные изделия. В конце XX — начале XXI вв., с возрождением интереса населения к национальной культуре и традициям, а также к ее символам, нагрудники, как элемент костюма и как этнический маркер, вновь становятся востребованными.
Сегодня ношение красивых нагрудников – распространенное явление. Многие женщины украшают себя нагрудником, обозначая тем самым свою принадлежность к башкирскому народу, к его традициям и культуре, а многие сами занимаются реконструированием традиционных или изготовлением стилизованных нагрудников.
Друзья! В разделе «Мастер-классы» специалист по реконструкции и изготовлению традиционной башкирской одежды и украшений Гюльнара Шафикова поделится секретами выполнения нагрудника. Заходите, девочки, будет увлекательно!