Мастер-класс по башкирскому танцу

20.04.2021

Егеттәр, данлыҡлы башҡорт бейеүсеһе Риф Ғабитов ҡуйған “Көтөүсе йыры” бейеүен өйрәнергә теләйһегеҙме? Бик тә бейер инегеҙ, сыбыртҡығыҙ юҡмы, әллә уны ҡайҙан алырға, кемдән эшләтергә белмәйһегеҙме? Сер итеп кенә әйтәбеҙ: сәхнә йәки цирк өсөн профессиональ сыбыртҡыны Башҡортостандаике генә оҫта эшләй. Ә-ә-ә, сыбыртҡығыҙ бар, әммә уның менән бейеүҙәгесә виртуоз итеп ҡуллана белмәйһегеҙ? Улайһа, икенсе серҙе асабыҙ: күнекмәләрҙе “маятник” хәрәкәтенән башларға кәрәк. Ә быларҙы беҙ ҡайҙан белдек, тигән һорау тыуамы? Сөнки беҙ халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы, “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаты Ильяс Ҡарабулатов үткәргән мастер-класты ҡараныҡ.
Һеҙ ҙә беҙгә ҡушылығыҙ, егеттәр!

Бөтөнләй бейей белмәһәгеҙ, Ильяс башта тыпырларға ла, бармаҡтар менән сиртергә лә, алмаш аҙым эшләргә лә өйрәтер. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә бағышланған мастер-класты “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” (https://bez-bashkorttar.ru) фәнни-мәғрифәт интернет порталының “Мастер-классы” бүлегендә ҡарарға мөмкин.

Дорогие мужчины!

Есть желание разучить легендарный танец “Песнь табунщика” в постановке знаменитого башкирского танцора Рифа Габитова? Понимаем, у вас нет подходящего кнута. Вы даже не представляете, где его можно купить или кому заказать плетение такого сценического реквизита? Раскроем вам маленький секрет: в Башкортостане профессиональный (цирковой) кнут на заказ плетут только два человека. Или у вас уже есть такой кнут, но вы не владеете им так же виртуозно, как это умеет легендарный наш танцор? Вот вам второй секрет: не разучив движение “маятник”, вы не сможете сделать щелчок кнутом. А откуда мы всё это знаем, спрóсите вы! Да потому что мы смотрели мастер-класс по башкирскому танцу, который записал на портале “Мы сами – башкиры” (https://bez-bashkorttar.ru) танцор-народник, шоумен, лауреат Республиканского телевизионного конкурса "Байыҡ" Ильяс Карабулатов!
Присоединяйтесь к нам и вы, друзья! А если вы никогда в жизни ещё не танцевали, Ильяс научит вас щелкать пальцами, исполнять башкирскую дробь, раскроет секреты выполнения танцевального переменного шага.
Полная версия мастер-класса размещена на нашем научно-образовательном портале «Мы сами – башкиры» в разделе «Мастер-классы».