Научно-методический семинар «Становление и развитие башкирского литературного языка»
2021 йылдың 24 майында Башҡортостан башлығы гранты аҡсаһына Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-мәғрифәт интернет проекты сиктәрендә Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультетында башҡорт әҙәби телен ҡабул итеүгә 100 йыл һәм Халыҡ-ара филологтар көнөнә бағышланған “Башҡорт әҙәби теленең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше” тип аталған ғилми-методик семинар үтте.
Семинарҙың тантаналы өлөшөндә Аҡмулла университетының ректоры ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ул сараның хөрмәтле ҡунағы, Совет һәм Рәсәй тел белгесе, педагог-методист, педагогия фәндәре докторы,профессор Кәбир Зәкирйәновты йылы тәбрикләне һәм уға “Саха (Яҡутия) Республикаһы уҡытыусыларының уҡытыусыһы” билдәһен һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның В.А.Сухомлинский исемендәге “Йөрәгемде балараға бирәм” миҙалын тапшырҙы. Әйткәндәй, 10 апрель Кәбир Зәкирйән улы үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе, БР Дәүләт йыйылышы – ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Халыҡ-ара филологтар көнө менән ҡотланы, медиаконтент һәм киң мәғлүмәт саралары аша башҡорт телен популярлаштырыусы грант отоусыларға – “Саптар” проекты өсөн блогер Юлай Ҡасимовҡа (әйткәндәй,Юлай беҙҙең порталда урынлашҡан ҡурай эшләп уйнарға өйрәтеүсе мастер-кластың алып барыусыһы) һәм “Бәхетнамә” проекты өсөн Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы журналисы Гөлназ Яҡуповаға 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Үҙ сиратында, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова социаль селтәрҙәрҙәге башҡорт телендә сәхифә һәм төркөм авторҙарын билдәләп үтте һәм уларға ла 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Бына улар: популяр йырҙарға башҡорт телендә cover version төшөрөүсе Гөлназ Хәфизова (“Инстаграм”да “БашКовер” сәхифәһе), Дилбәр Шәрипова (Бәйләнештә селтәрендә “Хикәйәләр” төркөмө), Айгөл Арсланбәкова-Айытҡолова (Бәйләнештә селтәрендә “Илһамиәт”проекты).
Семинарҙың төп ғилми өлөшөндә башҡорт әҙәби теленең формалашыуы һәм үҫешенә, шулай уҡ хәҙерге башҡорт теленең торошон тикшереүсе мәғлүмәти майҙансыҡтар булдырыу, студент-филологтарҙың телмәрен камиллаштырыу темаларына ҡағылған докладтар яңғыраны («Современная языковая ситуация в Башкортостане», Усманова М.Ғ., филология фәндәре докторы, БР Хөкүмәте янындағы Терминологик комиссияһы рәйесе; «Шаңлы йылдар шаңдауы», Сәлимов Н.Б., филология фәндәре кандидаты, БР Хөкүмәте янындағы Терминологик комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Милли архивы директоры урынбаҫары; «Международный день филолога», Хәбибуллина Наҙгөл, башҡорт филологияһы факультетының 4 курс студенты.
24 мая 2021 года в рамках проекта «Международная научно-образовательная интернет- платформа «Мы сами – башкиры»( https://bez-bashkorttar.ru), реализуемого на средства гранта Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу РБ, на факультете башкирской филологии БГПУ им.М.Акмуллы прошёл научно-методический семинар «Становление и развитие башкирского литературного языка», посвященный 100-летию со дня принятия башкирского литературного языка и Международному дню филолога.
В торжественной части с приветственным словом к участникам семинара обратился ректор БГПУ им.М.Акмуллы Салават Сагитов. Также он тепло поздравил уважаемого гостя мероприятия, советского и российского языковеда, педагога-методиста, доктора педагогических наук, профессора Кабира Закирьянова, которому 10 апреля исполнилось 90 лет. Представитель МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир, депутат Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Эльвира Аиткулова поздравила участников с Днём филолога и вручила сертификаты на сумму 10 тыс.рублей за популяризацию башкирского языка в медиаконтенте и через СМИ Юлаю Касимову за проект «Саптар» (кстати, он – ведущий мастер-класса по изготовлению и игре на курае, размещенного на нашем портале), Гульназ Якуповой – журналисту телеканала «Юлдаш» БСТ за проект передачи «Бәхетнамә». В свою очередь, директор фонда по сохранению и развитию башкирского языка Гульназ Юсупова наградила блогеров, ведущих страницы в социальных сетях на башкирском языке. Сертификаты на сумму 10 руб. вручены Гульназ Хафизовой за съемки cover version популярных песен на башкирском языке; Дильбар Шариповой за проект «Рассказы на башкирском языке»; Айгуль Арсланбековой (Аиткуловой) за проект «Илһамиәт».
В основной части семинара прозвучали научные доклады, затрагивающие темы анализа истории становления и развития башкирского литературного языка, создания информационной площадки для обсуждения современного состояния башкирского языка и совершенствования культуры речи студентов-филологов («Современная языковая ситуация в Башкортостане», Усманова М.Г., д-р филол. н., председатель Терминологической комиссии при Правительстве РБ; «Шаңлы йылдар шаңдауы», Салимов Н. Б., к.филол.н, заместитель председателя Терминологической комиссии при Правительстве РБ, заместитель директора Национального архива РБ; «Международный день филолога», Хабибуллина Назгуль, студентка 4-го курса факультета башкирской филологии.