Вебинары с молодежью зарубежных стран

24.02.2021

Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһы сиктәрендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сит ил йәштәре менән вебинарҙар ойоштора. Сараның маҡсаты – Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар йәлеп итеү.

24 февраль үткән онлайн-кәңәшмәлә Аҡмулла университетының күптәнге партнеры – Ҡаҙағстандың Павлодар педагогия университеты вәкилдәре һәм студенттары ҡатнашты. Осрашыуҙа 2021 йылғы ҡабул итеү кампанияһы ҡағиҙәләре ҡаралды. Профсоюз ойошмаһы етәксеһе Зәкирә Латыпова үҙенең сығышында Павлодар педагогия университеты студенттарына “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһы хаҡында ентекле һөйләне һәм был майҙансыҡҡа ҡушылырға саҡырҙы. Сайт мөмкинлектәрен файҙаланыусы буласаҡ һәм хәҙерге студенттарға, Аҡмулла университеты менән танышыуҙы алдан башлап, уҡыу йорто хаҡында мәғлүмәт туплау, башҡорт теле, тарихы һәм этнографияһы хаҡындағы белемдәрен камиллаштыу форсаты асыласағын аңғартты.

В рамках проекта «Международная научно-образовательная интернет-платформа «Мы сами – башкиры», реализуемого при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан, ФГБОУ ВО «Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы» проводит вебинары с молодежью зарубежных стран в целях привлечения их в ведущие вузы Республики Башкортостан.

На очередном онлайн-совещании, организованном 24 февраля 2021 года с участием представителей Павлодарского педагогического университета Республики Казахстан, стороны обсудили особенности организации приёмной кампании 2021 года. Руководитель Первичной профсоюзной организации сотрудников и преподавателей БГПУ им. М. Акмуллы Закира Латыпова подробно рассказала о деятельности Международной научно-образовательной интернет-платформы «Мы сами – башкиры» и призвала павлодарских коллег и студентов присоединиться к данному порталу. В частности, она подчеркнула, что подключение к сайту поможет заранее познакомиться и накопить полезную информацию об Акмуллинском университете, о Республике Башкортостан, усилить языковую и этнокультурную подготовку.