Рәсәй халыҡтарының рухи һәм әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре. Башҡортостан. Основы духовно-нравственной культуры народов России. Башкортостан
Рәсәй халыҡтарының рухи һәм әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре. Башҡортостан. 5-9 кластарҙа “Рәсәй халыҡтарының рухи һәм әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре” өлкәһендә белем биреү дисциплиналары дәрестәрен үткәреү һәм кластан тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн методик материалдар / В.Л.Бенин, Д.С.Василина, Е.Д.Жукова, В.Н.Нефедова, С.В.Рябова, Т.З.Уразметов, И.Г.Хисматуллина, М.А.Чукреева; дөйөм редактор В.Л. Бенин. – Өфө: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, 2020. – 308 б.
Методик ҡулланмала “Рәсәй халыҡтарының рухи һәм әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре” өлкәһендә белем биреү дисциплиналары дәрестәрен үткәреү һәм кластан тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса тирә-яҡты өйрәнеү, этнографик, художестволы һәм культурологик материал тупланған. Китап М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның культурология һәм социаль-экономик дисциплиналар кафедраһында халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһы академигы, педагогия фәндәре докторы, профессор В.Л. Бениндың дөйөм редакцияһы аҫтында белгестәр коллективы менән әҙерләнде. Дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу программаһына ярашлы дәрестәргә әҙерләнеү өсөн текстар, һорауҙар һәм биремдәр, уҡыусыларҙың дәрестә үҙ аллы танып-белеү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн материалдар, һәр бүлеккә электрон ресурстар теҙмәһен туплаған баҫма 9 бүлектән тора. Йыйынтыҡҡа фольклор әҫәрҙәре (әкиәттәр, легендалар, мифтар), нәфис әҙәбиәт өҙөктәре, иллюстрациялар, заманса информацион мәҙәниәт текстары ингән. Методик ҡулланманың бүлектәре Башҡортостан халыҡтарының рухи ҡиммәттәренә (мөхәббәт, ғаилә, хеҙмәтте яратыу, яманлыҡ һәм яҡшылыҡ, дөрөҫлөк һәм ялғанлыҡ һ.б.), һөнәрселек, художество мәҙәниәтендәге рухи һәм әхлаҡи традицияларға, иман һәм хәҙерге заман культураһына бағышланған.
Ҡулланма Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәниәтен өйрәнеүсе һәр кемгә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр.
Китаптың тулы йөкмәткеһе “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” (https://bez-bashkorttar.ru) интернет-платформаһының “Рекомендуемые издания” бүлегендә урынлашҡан.
Основы духовно-нравственной культуры народов России. Башкортостан. Методические материалы для проведения уроков и организации внеклассной деятельности по дисциплинам образовательной области «Основы духовно-нравственной культуры народов России» для 5-9 класса / В.Л.Бенин, Д.С.Василина, Е.Д.Жукова, В.Н.Нефедова, С.В.Рябова, Т.З.Уразметов, И.Г.Хисматуллина, М.А.Чукреева / общ ред. В.Л.Бенина. – Уфа: БГПУ им. М. Акмуллы, 2020. – 308 с.
В методическом пособии представлены краеведческие, этнографические, художественные и культурологические материалы по Республике Башкортостан для проведения уроков и внеклассных мероприятий по дисциплинам образовательной программы «Основы духовно-нравственной культуры народов России». Книга подготовлена коллективом специалистов на кафедре культурологии и социально-экономических дисциплин БГПУ им. М. Акмуллы под общей редакцией академика Международной академии наук педагогического образования, доктора педагогических наук, профессора В.Л. Бенина. Издание состоит из 9 разделов и содержит тексты для подготовки к урокам в соответствии с учебной программой общеобразовательной школы, вопросы и задания, материалы для организации самостоятельной познавательной деятельности обучающихся на уроках, во внеклассной и проектной деятельности, перечень электронных ресурсов по каждому разделу. Содержание включает обширный фольклорный материал (сказки, легенды, мифы), отрывки из художественной литературы, иллюстрации художественных произведений, тексты современной информационной культуры. Разделы методического пособия посвящены традиционным духовным ценностям народов Башкортостана (любовь, семья, труд, добро и зло, правда и ложь и т.п.), духовно-нравственным традициям в ремесле, художественной культуре, в традиционных религиях и в современной культуре нашего региона. Пособие будет интересным и полезным для всех, кто начинает изучать культуру Республики Башкортостан.
Полное содержание издания размещено на сайте Международного научно-образовательного интернет-портала “Мы сами – башкиры” (https://bez-bashkorttar.ru) в разделе «Рекомендуемые издания».