Сит ил абитуриенттары менән онлайн-осрашыуҙар. Онлайн-встречи с иностранными абитуриентами
Ошо көндәрҙә Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһы майҙансығы” проекты сигендә Жусуп Баласағын исемендәге Ҡырғыҙ милли университеты вәкилдәре менән берлектә сираттағы вебинар үтте. Билдәләп үтәйек, Баласағын университеты – “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” проектының дуҫы һәм партнёры, майҙансыҡ сиктәрендә ойошторолған башҡорт телен өйрәнеү дәрестәренә “ҡалдырмай” йөрөүселәр.
Осрашыу башында ҡатнашыусыларҙы ике уҡыу йортоноң беренсе проректорҙары Алмаз Мостаев (Өфө) һәм Бекжан Тимеров (Бишкек) тәбрикләне. “5К” профориентация үҙәге директоры Фиданис Тимерханов, Халыҡ-ара программа һәм проекттарҙы етәкләү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡараусы Радик Юлбаев сығыштарынан һуң, кәңәшмәне ойоштороусылар ҡырғыҙ йәштәренең Аҡмулла университетына инеү мәсьәләләренә ҡағылышлы бик күп һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан һүҙҙе М.Аҡмулла исемендәге БДПУ хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусыларының Профсоюз ойошмаһы етәксеһе Зәкирә Латыпова алды. Сығышында ул “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһы эшмәкәрлеге хаҡында тәфсирләп һөйләне һәм Ҡырғыҙстан йәштәрен ошо проектта тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы, сөнки уның сайты – Аҡмулла университеты менән генә түгел, ә Өфө, тотош Башҡортостан менән танышыу мөмкинселеген асыусы, башҡорттарҙың тарихы, теле, мәҙәниәте хаҡындағы белемде бермә-бер арттырыусы, этномәҙәни әҙерлекте көсәйтеүсе уникаль майҙансыҡ.
На днях площадка проекта «Мы сами – башкиры», реализуемого при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан, провела очередной вебинар с участием представителей Киргизского национального университета им. Жусупа Баласагына. Отметим, Университет Баласагына – партнёр по реализации Международной научно-образовательной интернет-платформы “Мы сами – башкиры”, постоянные и активные посетители онлайн-уроков по изучению башкирского языка.
С приветственными словами выступили первые проректоры вузов-партнёров Алмаз Мустаев (Уфа) и Бекжан Тимеров (Бишкек). После выступления директора Центра профориентации «5К» БГПУ им.М.Акмуллы Фиданиса Тимерханова о правилах приемной кампании 2021 года и сообщения и.о. начальника отдела сопровождения международных программ и проектов Радика Юлбаева о формировании и распределении квот Правительства Российской Федерации по приему иностранных граждан на обучение в БГПУ им.М.Акмуллы, организаторы совещания ответили на многочисленные вопросы киргизской молодежи, касающиеся поступления в Акмуллинский университет. В свою очередь, руководитель Первичной профсоюзной организации сотрудников и преподавателей БГПУ им. М. Акмуллы Закира Латыпова рассказала о деятельности Международной научно-образовательной интернет-платформы «Мы сами – башкиры» и призвала участников вебинара присоединиться к данному порталу. Она отметила, что сайт данного образовательного проекта – это площадка для предварительного знакомства не только с Университетом Акмуллы, Уфой и Башкортостаном, но и место, где есть возможность углубить знания об истории, языке, культуре башкир, усилить языковую и этнокультурную подготовку.