Студенты первого курса на творческой встрече с Юмабикой Ильясовой
12 ноябрҙә «Китап» нәшриәте магазинында шағирә һәм әҙәбиәт белгесе Йомабикә Ильясова менән ижади осрашыу үтте. Ул ҡәләм оҫтаһының тыуған көнөнә арналған. Осрашыуға яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм Йомабикә Ильясованың ижадын һөйөүселәр килде.
Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы — дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағир. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Шағирә үҙенең шиғырҙарын уҡыны, уларҙа ул мәңгелек кешелек ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итә. Уның бер нисә шиғырына йыр яҙылған. Осрашыу көнөндә Һәр студент Йомабикә Ильясованың «Һәр мәлдең үҙ мәңгелеге» тигән һуңғы йыйынтыҡтарының береһендә автограф ала алды.