Зөлфиә Ханнанованың “Таш-ҡатын” поэтик йыйынтығының презентацияһы. Презентация поэтического сборника Зульфии Ханнановой «Женщина из камня».
Зөлфиә Ханнанованың “Таш-ҡатын” поэтик йыйынтығының презентацияһы.
2021 йылдың 18 мартында Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” проекты сиктәрендә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Зөлфиә Ханнанованың “Таш-ҡатын” поэтик йыйынтығының презентацияһы үтте.
Түңәрәк өҫтәлгә йыйылған ҡунаҡтарҙы Башҡортостан яҙыусылары берләшмәһе рәйесе Зәки Әлибаев сәләмләне. Шулай уҡ сарала Зөлфиә Ханнанованың ҡәләмдәш дуҫтары – шағир Нурлан Ғәниев, шағир-тәржемәселәр Светлана Чураева, Лина Султанова, Сергей Янаки (Өфө) ҡатнашты. Башҡорт шағирәһе ижадын ысын күңелдән яратҡан беларус яҙыусыһы Алесь Карлюкевич һәм Дағстан шағиры Мурад Ахмедов, Әстрахан ҡалаһынан тәржемәсе Татьяна Вострикова онлайн режимда тантана хужабикәһен айырыуса йылы сәләмләне. Ҡаҙағстан һәм Ингушетиянан әҙәбиәт белгестәре, З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, Баймаҡ районы администрацияһы вәкилдәре лә үҙ хис-тойғоларын экран аша еткерҙе. Презентация барышында Зөлфиә Миндибай ҡыҙы үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, һуңынан автор һәм түңәрәк өҫтәл ҡунаҡтары Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Был осрашыу өйҙәгесә йылы һәм оҙаҡҡа иҫтә ҡалырлыҡ сағыу булды.
Презентация поэтического сборника Зульфии Ханнановой «Женщина из камня».
В рамках проекта «Мы сами башкиры», реализуемого при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу РБ, 18 марта 2021 года в Национальной библиотеке имени Ахмет-Заки Валиди прошла презентация поэтического сборника Зульфии Ханнановой «Женщина из камня».
Презентацию открыл председатель Союза писателей РБ Заки Алибаев. Также в мероприятии приняли участие друзья по перу З.Ханнановой – поэт Нурлан Ганиев, поэты-переводчики Светлана Чураева, Лина Султанова, Сергей Янаки (г.Уфа). В режиме онлайн с особой теплотой и большой любовью к творчеству башкирской поэтессы выступили писатель Республики Беларусь Алесь Карлюкевич, дагестанский поэт Мурад Ахмедов, переводчица стихов Зульфии Миндибаевны Татьяна Вострикова (г.Астрахань), литературоведы из Казахстана и Ингушетии, представители Башкирского издательства «Китап» им.З.Биишевой и администрации Баймакского района РБ. В ходе круглого стола Зульфия Ханнанова читала свои стихи, наполненные философской глубиной и смыслом, пронизанные духом огромной любви к родному краю и людям, живущим рядом. Героиня презентации и гости круглого стола отвечали на многочисленные вопросы студентов факультета башкирской филологии БГПУ им. М.Акмуллы. Встреча получилась по-домашнему доброй и незабываемо яркой.