Аудиокнига "Тыуған илкәйемде данлайым"/"Славлю мой Башкортостан"
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы БР дәүләт унитар предприятиеһы “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы ижади коллективы “Тыуған илкәйемде данлайым” исеме аҫтында аудиодиск сығарғайны. Заманыбыҙҙың 100 шағиры тауышын туплаған дискының дөйөм хронометражы 180 минут тәшкил итә, баҫманың тиражы – 2 мең дана. Аудиокитап ике телдә – башҡорт һәм татар телдәрендә яңғырай. Тауыштар 1960–2018 йылдар дауамында профессиональ студияла яҙылған һәм художестволы эшкәртелгән. Радионың аудиофондында һаҡланған тәүге таҫма 1956 йыл менән билдәләнгән. Унда шағир Рәшит Ниғмәти үҙ шиғырҙарын уҡый. Һуңғы йылдарҙағы яҙмаларҙа шағирҙар Фәнил Бүләков, Лариса Абдуллина, Салауат Әбүзәров тауыштары теркәлгән.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Һеҙгә лә поэтик әҫәрҙәрендә тыуған телде, тыуған илде, матурлыҡты һәм, ғөмүмән, йәшәйеште данлаусы шағирҙарыбыҙ тауыштарын һаҡлаған уникаль яҙмаларҙы тыңларға тәҡдим итәбеҙ! Яҙмалар сайттың “Творческая лаборатория” бүлегендә урынлашҡан.
«Тыуған илкәйемде данлайым» аудиокитабы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, БР халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына сығарылған.
Накануне 100-летия со дня образования Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики (БАССР) творческим коллективом радио «Юлдаш» ГУП ТРК «Башкортостан» был выпущен поэтический диск под названием "Славлю мой Башкортостан". Общий хронометраж диска, состоящий из голосов 100 поэтов современности, – 180 минут, тираж издания – 2 тысячи экземпляров. Языки аудиокниги: башкирский и татарский. Стихи записаны и художественно оформлены в профессиональной студии в течение 1960–2018 годов. Самая ранняя запись, хранящаяся в аудиофонде радио, датируется 1956 годом. На ней свои стихи читает Рашит Нигмати. Самые поздние записи хранят голоса поэтов Фаниля Булякова, Ларисы Абдуллиной, Салавата Абузарова.
Друзья! Предлагаем вашему вниманию уникальные записи с голосами любимых поэтов, передающими красоту, чистоту и выразительность родного языка, прославляющие в своих стихах родной язык, родной Башкортостан, воспевающие красоту и саму жизнь на земле. Записи размещены в разделе “Творческая лаборатория”.
Аудиокнига "Славлю мой Башкортостан" выпущена на грант Главы Республики Башкортостан, направленный на сохранение и развитие государственных языков Республики Башкортостан и языков народов РБ.