Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың исеме республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә яҡшы таныш. Ул – Башҡортостандың халыҡ
артисы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 1971 йылдың 17 апрелендә Башҡортостандың Мәсетле районы Һөләймән ауылында күп балалы ғаиләлә 11-се бала булып тыуа. Үҫмер сағынан милли көрәш менән мауыға, мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа,һабантуйҙарҙа призлы урындар яулай. Йыр-моңға маһир туғандары араһында сәнғәттән дә ситләшә алмай: ҡулынан баян, ҡурай төшмәй. 8-се класты тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунда ҡумыҙ ҙа уйнау менән мауыға башлай. Урта махсус белем алғас, уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлегендә дауам итә.
Ижади ҡарашлы һәләтле башҡарыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт халҡының традицияларын, милли мәҙәниәтен, халыҡ уйын ҡоралдарын, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм пропагандалау, йәштәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша.
Ҡурған,Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстан Республикаһында, Новосибирск, Томск, Һамар ҡалаларында, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙҙа уйнауы