Н.Игеҙйәнова. Ҡиммәтле кейәү

Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова 1946 йылда Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. Яҙыусы сатира һәм юмор оҫтаһы булараҡ танылыу алған, әҫәрҙәрендә замандаштарының карикатур образдарын тыуҙыра, тормош етешһеҙлектәрен фашлай. Тиҫтәгә яҡын китап авторы. 2014 йылда «Һуңғы осрашыу» йыйынтығы донъя күрҙе.